Версия для слабовидящих Обращение граждан
Герб

Администрация сельского поселения
Уральский сельсовет
муниципального района Кугарчинский район
Республики Башкортостан

БЕЛДЕРЕҮ

2019 йылдың 15-се июнендә Күгәрсен районың Бикбулат ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәреләсәк.

  Бикбулат ауылында тыуып үҫеүселәрҙе, тамырҙары, нәҫел ептәре ошо ауыл менән бәйле милләттәштәребеҙҙе, ошонда эшләп, йәшәп киткәндәрҙе байрамға саҡырабыҙ!

   Ауылдың иң ҙур нәҫелдәренең сығыштары, концерт номерҙары, шаян уйындар була. Ҡатнашырға теләһәгеҙ, идея һәм тәҡдимдәрегеҙ булһа 8(34789)26424, 89378615117,89273339243 телефон номерҙарына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

 

 

                                                                              Ойоштороу комитеты