2019 йылдың 1 октябрендә Урал ауыл хакимиәте биләмәһендә Ололар коно һәм САМАУЫР сәйе байрамы бик матур үтте.
2019 йылдың 1 октябрендә Урал ауыл хакимиәте биләмәһендә Ололар коно һәм САМАУЫР сәйе байрамы бик матур үтте. Сара Бикбулат ауылы мәктәбе ашханаһында уҙғарылды. Залдың түрендә төрлө ҙурлыҡтағы самауырҙарҙан, төрлө шифалы үлән сәйҙәренән күргәҙмә ҡуйылды. Сараны ауыл билэмәһе ҡатын-ҡыҙҙар Советы, ағинәйҙәр ҡоро етәсеһе Гөлнәзирә Кинйәбаева эҙерләне, ул башта мәжлескә йыйылыусы оло быуын вәкилдәрен самауырҙың барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштырып үтте. Һый-ниғмәт тулы өҫтәлдәр башында еҙ самауыр борлап ҡайнап ултыра, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар фольклор ансамбленең күңелле йыр-таҡмаҡтары, мәктәп уҡыусыларының дәртле йыр –бейеүҙәре байрам мәжлесен йәмләне. Урал ауыл биләмәһе башлығы Усман Кинйәбаев мәжлес аҙағында: “- Шыжлап ултырған самауыр һәр ваҡыт яҡындарҙы бер табынға йыйһын, быуындарҙы бәйләп торһон!» тип теләк белдерҙе. Оло йәштәге ҡунаҡтар күңелдәре булғансы гармун көйөнә бейешеп таралышты.